Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 4:20 - Изге Яҙма

20 Гонаһ ҡорбаны булған башмаҡ менән нисек эшләнгән, был башмаҡ менән дә шулай эшләнһен. Шул рәүешле ҡаһин халыҡ өсөн паклау йолаһын башҡарыр һәм улар ярлыҡаныр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Гонаһ ҡорбаны булған башмаҡ менән нисек эшләнгән, был башмаҡ менән дә шулай эшләнһен. Шул рәүешле ҡаһин халыҡ өсөн паклау йолаһын башҡарыр һәм улар ярлыҡаныр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Гонаһ ҡорбаны булған башмаҡ менән нисек эшләнгән, был башмаҡ менән дә шулай эшләнһен. Шул рәүешле ҡаһин халыҡ өсөн паклау йолаһын башҡарыр һәм улар ярлыҡаныр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 4:20
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иртәгәһенә Муса халыҡҡа: – Һеҙ ҡот осҡос гонаһ ҡылдығыҙ. Ләкин хәҙер мин Раббы хозурына күтәреләм, бәлки, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауын үтенә алырмын, – тине.


Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн, Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.


Ҡулын тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерелгән малдың башына ҡуйһын; шунда Раббы, ул кешене гонаһынан паклар өсөн, был ҡорбанды ҡабул итер.


Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр.


Ҡалған майҙы иһә таҙарыныусының башына ҡойһон. Шул рәүешле ул Раббы хозурында паклау йолаһын үткәрер.


Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салыр һәм ағынтыһы булған кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр.


Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны булған тәкәне тәҡдим итеп, Раббы хозурында уны пакландырыу йолһын башҡарһын һәм ул кешенең гонаһы ярлыҡанһын.


Ҡаһин үҙенең гонаһы өсөн килтерелгән башмаҡты тупламдан ситкә алып сығып нисек яндырһа, быныһы ла шулай яндырылһын. Был – халыҡтың гонаһы өсөн ҡорбан.


Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Ҡорбан килтереүсе, ҡорбандың бөтә майын, татыулыҡ ҡорбаны булған һарыҡ бәрәсенең майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында Раббыға ут ҡорбаны итеп яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Һуңынан ҡаһин, татыулыҡ ҡорбаны башмағының майын айырып алған һымаҡ, гонаһ ҡорбанына салынған башмаҡтың бөтә майын – эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын, бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын. Уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны усағында яндырһын.


Бынан һуң ҡаһин икенсе ҡошто, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ҡағиҙәгә ярашлы ғәмәл ҡылыр. Шул рәүешле ҡаһин, гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, ул кешене ҡылған гонаһынан паклар һәм был кеше ярлыҡаныр.


Шул рәүешле ҡаһин ҡорбан килтереүсене ул ҡылған гонаһтан паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше ярлыҡаныр. Ҡалған он, икмәк саҙаҡаһындағы һымаҡ уҡ, ҡаһинға булыр.


Был кеше изге әйбер өсөн түләргә һәм, хаҡының биштән бер өлөшө тиклем өҫтәп, уны ҡаһинға бирергә тейеш. Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны итеп килтерелгән тәкә менән был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Гонаһ ҡылған кеше ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны итеп ваҡ малдан кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш. Ҡаһин уны белмәйенсә эшләгән ғәйебенән паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


һәм, ҡылған ғәйебенә күрә, гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә – килтерһен. Шул рәүешле ҡаһин гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, уны гонаһынан паклар.


Ҡаһин был кешене Раббы хозурында гонаһынан паклар һәм уның ғәйебе ярлыҡаныр.


Ҡаһин бөтә исраилдар йәмғиәтен пакландырыу йолаһын үткәрһен, һәм улар ғәфү ителер, сөнки белмәйенсә хата эшләнеләр; шул хата өсөн улар Раббыға ут ҡорбаны һәм Раббы хозурында гонаһ ҡорбаны килтерҙеләр.


Ҡаһин Раббы алдында яңылыштан хата ебәргән кеше өсөн пакландырыу йолаһы үткәрер һәм был кеше ғәфү ителер.


Был ғына ла түгел, Алла менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша маҡтанабыҙ, Уның аша беҙ хәҙер был татыулыҡты алдыҡ бит.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит.


Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙға, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтә донъя гонаһтарына Үҙе аша ярлыҡау килтергән ҡорбан булды.


һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ