Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 26:14 - Изге Яҙма

14 Әммә Мине тыңламаһағыҙ, ошо ҡанундарымды еренә еткереп үтәмәһәгеҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Әммә Мине тыңламаһағыҙ, ошо бойороҡтарымды еренә еткереп үтәмәһәгеҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Әммә Мине тыңламаһағыҙ, ошо ҡанундарымды еренә еткереп үтәмәһәгеҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 26:14
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Барығыҙ, минең хаҡҡа, халыҡ хаҡына, бөтә Йәһүҙә хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың был китаптағы һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмағандары, һәммәбеҙ өсөн яҙылғандар буйынса йәшәмәгәндәре өсөн Раббының беҙгә ҡабынған асыуы ғәйәт ҡатылыр!


„Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә һәләкәт ебәрәм – Йәһүҙә батшаһы алдында уҡылған китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарҙы күндерәм.


Әгәр ҙә һеҙ Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙән тайпылып, баш тартһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ,


Раббы яуыздарҙың йортона – ҡарғыш, иманлылар торлағына бәрәкәт бирә.


Әммә тыңламанылар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалманылар. Һәр кем яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре буйынса йәшәне. Шуға күрә Мин, үтәргә бойорғандарҙы эшләмәгәндәре өсөн, килешеүҙә яҙылған бөтә ләғнәттәрҙе уларҙың башына ебәрҙем».


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


Уларға әйт, Раббы былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә биргән ҡанун буйынса йәшәмәһәгеҙ,


һинән дә, минән дә алда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр күп илдәрҙең һәм бөйөк батшалыҡтарҙың башына һуғыш, һәләкәт һәм ҡырғын киләсәк тип пәйғәмбәрлек иткәндәр.


Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.


Нөгәрҙәр башлығы, Йермеяһты ситкәрәк алып китеп, былай тине: – Һинең Аллаң Раббы был урынға ошо һәләкәтте ебәрәсәген киҫәткәйне.


«Раббы хаҡлы, – ти Йәрүсәлим. – Мин бит Уның әйткәненә ҡаршы килдем. Инде тыңлағыҙ, халыҡтар, Минең ғазабымды күрегеҙ – Еткән ҡыҙҙарым, егеттәрем әсиргә китте.


Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.


Беҙгә, Мусаның ҡанунында яҙылғанса, ошо бөтә бәләләр ябырылды, әммә беҙ ялбарыу менән Аллабыҙ Раббыға мөрәжәғәт итмәнек, үҙ гонаһтарыбыҙҙан ҡайтманыҡ, Уның хәҡиҡәтен таныманыҡ.


Ләкин юлға сығыу менән, Мин баштарына ау ырғытырмын, Күктә осҡан ҡоштар кеүек уларҙы ергә төшөрәм – Йыйындарында белдергәнемсә, Мин уларҙы язаға тарттырам.


Ошоларҙан һуң да Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырасаҡмын.


Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.


Ул Пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламаған һәр кем Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк», – тигән бит.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән барлыҡ игелекле вәғәҙәләр ни рәүешле үтәлгән булһа, Раббы Үҙенең бөтә янауҙарын да шул рәүешле үтәйәсәк – шул саҡта һеҙ Аллағыҙ Раббы һеҙгә бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ ителәсәкһегеҙ.


Ҡайҙа ғына яу сапһалар ҙа, Раббы, алдан иҫкәртеп ҡуйғанса һәм ант иткәнсә, уларҙы бәлә-ҡазаға дусар итте. Исраилдарҙың хәле мөшкөлләнде.


Әммә Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бойороҡтарына ҡаршы килһәгеҙ, Раббы, ата-бабаларығыҙҙы язалаған кеүек, һеҙҙе лә язалар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ