Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 25:36 - Изге Яҙма

36 Уға үтескә биргән аҡсаңдан һәм аҙыҡ-түлектән риба алма. Аллаңдан ҡурҡ. Ҡәрҙәшең ана шулай арағыҙҙа йәшәһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

36 Уға үтескә биргән аҡсаңан һәм аҙыҡ-түлектән риба алма. Аллаңдан ҡурҡ. Ҡәрҙәшең ана шулай арағыҙҙа йәшәһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 Уға үтескә биргән аҡсаңдан һәм аҙыҡ-түлектән риба алма. Аллаңдан ҡурҡ. Ҡәрҙәшең ана шулай арағыҙҙа йәшәһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 25:36
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә миңә тиклемге булған өлкә башлыҡтары, халыҡҡа ауырлыҡтарын һалып, уларҙан ҡырҡ шекел көмөшкә өҫтәп аҙыҡ-түлеген дә, шарабын да алған, хатта уларҙың хеҙмәтселәре лә халыҡты иҙгән. Мин улай эшләмәнем, Алланан ҡурҡтым.


Ҡайһы берәүҙәре иһә: – Аслыҡ ваҡытында ашлығыбыҙ булһын тип баҫыуҙарыбыҙҙы, йөҙөм баҡсаларын, йорттарыбыҙҙы аманат итеп бирергә мәжбүрбеҙ, – тине.


Раббы – минең өлөшөм, минең туҫтағым, Минең йәрәбәм – Һинең ҡулыңда.


Шул саҡ асыуым ялҡынланып, Мин һеҙҙе ҡылыс менән юҡ итермен һәм ҡатындарығыҙ – тол, ә балаларығыҙ етем ҡалыр.


Әгәр Минең халҡымдан берәйһе ярлы булып, һин уға үтескә аҡса биреп тораһың икән, риба алыусы булма, унан риба һорама.


Риба алып байыған әҙәмдең бар малы ярлыларға мәрхәмәт күрһәтеүсенең ҡулына эләгер.


Халыҡ менән ҡаһин араһында, Ҡол менән хужаһы араһында, Ялсы ҡатын менән хужабикә, Һатыусы менән алыусы, Бурыс биргән менән бурысҡа алғандың араһында Бер ниндәй айырма ҡалмаясаҡ.


Ҡайғы миңә! Ни тип әсәм мине тыуҙырҙы икән? Мин бөтә ил менән талашып, тартышып йәшәйем. Бер кемгә лә бурысҡа бирмәнем, Бер кемдән дә бурысҡа алманым, Әммә барыһы миңә ҡарғыш яуҙыра.


Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.


Яуызлыҡтан ҡулын тыйһа, Үтескә аҡса биреп, арттырып түләтмәһә, Ҡанундарым буйынса йәшәһә, Ҡағиҙәләремде ихлас тотһа – Ул атаһының гонаһы өсөн үлмәҫ, Һис шикһеҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыр.


Үтескә биргән өсөн килем талап итмәй, Яуызлыҡтан ҡулын тыя; Ике кеше араһында ғәҙел хөкөм йөрөтә,


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ. Аллаңдан ҡурҡ, сөнки Аллағыҙ Раббы – Мин.


Уға көтәсәккә биргән аҡсаңдан риба алма, уға биргән ризығыңдан килем өмөт итмә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ