Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 20:24 - Изге Яҙма

24 Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт менән бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 20:24
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки, эй Раббы Хаким, ата-бабаларыбыҙҙы Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта ҡолоң Муса аша еткергәнсә, донъялағы барса халыҡтар араһынан Үҙеңә биләмә итеп уларҙы һайлап алдың.


Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ:


Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам».


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Раббы Мусаға: – Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың менән бынан китегеҙ. Мин Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа, тоҡомоғоҙға бирәм, тип ант иткән ергә барығыҙ, – тине. –


Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде.


Һөт һәм бал ағып ятҡан шул ергә барығыҙ. Әммә һеҙ – тиҫкәре халыҡ, шуға күрә Үҙем һеҙҙең менән бармайым, юҡһа юл ыңғайында һеҙҙе харап итеүем бар.


Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».


– Мин һеҙгә биләмә итеп бирәсәк Ҡәнғән еренә ингәс, өйҙәрегеҙҙең береһенә тарала торған үңәҙ ебәрһәм,


Мин, Раббы, изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ.


Ҡая баштарынан күрәм уны, Ҡалҡыулыҡтарҙан ҡарайым уға: Был халыҡ башҡаларҙан айырым йәшәй, Бүтән ҡәүемдәр менән ҡушылмай.


Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенеке кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнде.


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп һеҙҙе һайлап алды.


Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ