1 Раббы Мусаға былай тине:
Һинең Аллаңдың ҡанунын һәм батшаның ҡанунын үтәмәгәндәрҙең барыһы ла мотлаҡ язаға тартылһын: үлемгәме, һөргөнгәме, мал-мөлкәтенән мәхрүм итеүгәме, йә булмаһа төрмәгә ябырғамы хөкөм ителһен.
Улдарын һәм ҡыҙҙарын утта яндырыу өсөн Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫтә табыныу ҡалҡыулығы яһанылар. Ә Мин улай эшләргә ҡушманым, хатта уйымда ла булманы.
һин, Минең балаларымды салып, утта боттарға ҡорбан иттең.
Минең бөтә күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, уларҙы ғәмәл ҡылығыҙ. Мин – Раббы.
– Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.
Меңләрләгән һарыҡ тәкәләрен, Ташҡын һымаҡ аҡҡан зәйтүн майын хуш күрерме Раббы? Енәйәтем өсөн – баш баламды килтерәйемме? Гонаһым өсөн – йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымды?
Әгәр Раббынан ҡурҡһағыҙ, Уға хеҙмәт итһәгеҙ, Уның әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, бойороҡтарына ҡаршы килмәһәгеҙ, һеҙ ҙә, һеҙгә етәкселек иткән батшағыҙ ҙа Аллағыҙ Раббы артынан йөрөһә, барыһы ла яҡшы булыр.