Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 17:7 - Изге Яҙма

7 Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Бынан ары Исраил халҡы, арттарынан эйәреп зина ҡылған кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 17:7
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарына үҙ ҡаһиндарын тәғәйенләй. Улар Яровғам яһаттырған кәзә тәкәһе, башмаҡ һындарына табына.


Игендәр сәсә, йөҙөм ултырта, Ҡырҙарҙан мул уңыш ала.


Иҙелеү, бәлә-ҡаза һәм ҡайғыларҙан Улар йәнә кәмегән, түбәнһетелгән саҡта


Хайуан менән енси мөнәсәбәткә кергән һәр кеше үлемгә дусар ителһен.


Раббынан башҡа илаһтарға ҡорбан килтереүселәр харам ҡылынып юҡ ителергә тейеш.


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр.


Шуға күрә ул ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ. Улар үҙ илаһтары менән зина ҡылып, ҡорбан килтергән ваҡытта һеҙҙе лә саҡырыр, һеҙ ҙә уларҙың ҡорбан итен ашарһығыҙ.


«Әгәр ҙә ир ҡатынын айырып ебәрһә, Ҡатын, унан киткәс, икенсегә сыҡһа, Ул ир ҡабаттан ҡатынына ҡайта аламы? Ул рәүешле ил нәжескә батмаймы? Һин күп уйнаштарың менән зина ҡылдың. Инде Миңә ҡайтырға йыйынаһыңмы? – тип белдерә Раббы. –


Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар.


Ул Мысырҙа башлаған фәхешлеген ташламаны. Сөнки йәш сағынан уҡ уны түш аҫтына һалдылар, саф күкрәктәрен иҙҙеләр, аҙғынлыҡтарын уның өҫтөнә түктеләр.


Уларға әйт: Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе тотош яндырыу ҡорбаны йәки башҡа төр ҡорбан ҡылһа,


ул кешегә һәм зат-зәүеренә ҡаршы буласаҡмын, уны һәм уның артынан эйәреп Мөләх менән зина ҡылған һәр кемде халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.


Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.


Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ.


Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ,


Әлбиттә, юҡ. Әммә мәжүсиҙәр Аллаға түгел, ендәргә ҡорбан сала. Ә мин һеҙҙең ендәр менән аралашыуығыҙҙы теләмәйем.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томалаған һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың һыны булған Мәсихтең балҡышлы шөһрәтен күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең нурын күрмәйҙәр.


һәм элек ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы яуыз көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға буйһонмаған кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.


Аллаға түгел, ендәргә, Үҙҙәре белмәгән илаһтарға, Ата-бабалары ҡурҡмаған, Һуңғы мәлдә ситтән килеп ингән Яңы илаһтарға ҡорбан салды.


Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар яуыз рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ