Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 17:15 - Изге Яҙма

15 Үҙе үлгән йәки йыртҡыстан таланып үлгән йәнлекте ашаған һәр кем – ерле халыҡтанмы ул, килмешәкме – кейемен йыуһын, йыуынһын. Ул кискә тиклем нәжес булыр, шунан таҙа һаналыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Үҙе үлгән йәки йыртҡыстан таланып үлгән йәнлекте ашаған һәр кем – ерле халыҡтанмы ул, килмешәкме – кейемен йыуһын, йыуынһын. Ул кискә тиклем нәжес булыр, шунан таҙа һаналыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Үҙе үлгән йәки йыртҡыстан таланып үлгән йәнлекте ашаған һәр кем – ерле халыҡтанмы ул, килмешәкме – кейемен йыуһын, йыуынһын. Ул кискә тиклем нәжес булыр, шунан таҙа һаналыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 17:15
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Малға – эреһенә лә, вағына ла – ҡағыла был: быҙауҙың йәки бәрәстең тәүгеһе ете көн инәһе менән булһын да һигеҙенсе көнөнә Миңә бирегеҙ.


Һеҙ – Минең Үҙемә һайлап алған халҡым, шуға күрә йыртҡыс талаған хайуан итен ашамағыҙ, эттәргә ташлағыҙ.


Шунда мин: – Аһ, эй Раббы Хаким! – тип ялбарҙым. – Мин бер ваҡытта ла үҙемде бысратманым. Йәш сағымдан алып бөгөнгө көнгә тиклем үләкһә лә, йыртҡыс талап ташлаған итте лә ашаманым, ауыҙыма хәрәм ит ингәне юҡ!


Ҡаһиндарға үҙе үлгән йәки ҡырағай йәнлек ботарлаған ҡош һәм хайуандың үләкһәһен ашарға ярамай.


Һеҙҙе нәжесләйәсәк нәмәләр ошо. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем бысраҡ булыр.


Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын; кискә тиклем нәжес һаналыр.


Дүрт аяҡлы хайуандар араһында тәпәйлеләре һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналһын.


Уларҙың үләкһәһенә тотонған һәр кем кейемен йыуырға тейеш. Был хайуандар һеҙҙең өсөн хәрәм.


Улар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә саҡлы нәжес булыр.


Уларҙың берәйһенең үләкһәһе өҫтөнә төшкән һәр нәмә нәжес булыр: ағас һауытмы ул, кейемме, тиреме, тоҡмо – көнкүрештә ҡулланылған бөтә әйбер – нәжес һаналыр. Уларҙы һыуға һалып ҡуйығыҙ, кискә тиклем нәжес булырҙар, шунан таҙарырҙар.


Әгәр ҙә ашарға яраҡлы хайуандарҙың берәйһе үлһә, уның үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр.


Хайуандың үләкһәһен ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш. Ул кискә саҡлы нәжес булыр. Үләкһәһенә ҡағылған кеше лә кейемен йыуһын. Ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ул ултырған йәки ятҡан һәр нәмәгә ҡағылған кеше кискә тиклем нәжес һаналыр. Был әйберҙәрҙе ташыған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Уның түшәгенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Уның түшәгенә ҡағылған кеше кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр.


Үҙе үлгән, йә йыртҡыстан таланып үлгәнде ашап, үҙен нәжесләмәһен. Мин – Раббы.


Үҙе үлгән йәки йыртҡыс ботарлаған малдың майын төрлө кәрәк-яраҡҡа файҙаланырға мөмкин, әммә ашарға ярамай.


Таҙа кеше өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә әлеге һыуҙы нәжес кеше өҫтөнә һирпһен – шул рәүешле етенсе көндә уны нәжестән таҙарындырыр. Нәжес әҙәм кейемдәрен һыу менән йыуһын, йыуынһын һәм кискә таҙа булыр.


Исраилдар өсөн был – мәңгелек ҡағиҙә. Таҙарыныу һыуы һирпкән кеше лә кейемдәрен йыуһын; таҙарыныу һыуына ҡағылған әҙәм дә кискә тиклем нәжес булыр.


Тананы яндырған кеше лә кейемдәрен һыу менән йыуһын, ғөсөлләнһен, ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.


Үҙ үлеме менән үлгән хайуанды ашамағыҙ, сөнки һеҙ – Аллағыҙ Раббының изге халҡы. Уны арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәргә бирә йәиһә сит ҡәүем кешеләренә һата алаһығыҙ. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермәгеҙ.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ