Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 16:26 - Изге Яҙма

26 Кәзә тәкәһен Ғазазелгә оҙатҡан кеше кейемен йыуып, үҙе йыуынғас, тупламға инә ала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Тәкәне Ғазазелгә оҙатҡан кеше кейемен йыуып, йыуынғас ҡына тупламға инә ала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Кәзә тәкәһен Ғазазелгә оҙатҡан кеше кейемен йыуып, үҙе йыуынғас, тупламға инә ала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 16:26
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙе нәжесләйәсәк нәмәләр ошо. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем бысраҡ булыр.


Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын; кискә тиклем нәжес һаналыр.


Дүрт аяҡлы хайуандар араһында тәпәйлеләре һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналһын.


Уларҙың үләкһәһенә тотонған һәр кем кейемен йыуырға тейеш. Был хайуандар һеҙҙең өсөн хәрәм.


Улар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә саҡлы нәжес булыр.


Уларҙың берәйһенең үләкһәһе өҫтөнә төшкән һәр нәмә нәжес булыр: ағас һауытмы ул, кейемме, тиреме, тоҡмо – көнкүрештә ҡулланылған бөтә әйбер – нәжес һаналыр. Уларҙы һыуға һалып ҡуйығыҙ, кискә тиклем нәжес булырҙар, шунан таҙарырҙар.


Әгәр ҙә ашарға яраҡлы хайуандарҙың берәйһе үлһә, уның үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр.


Хайуандың үләкһәһен ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш. Ул кискә саҡлы нәжес булыр. Үләкһәһенә ҡағылған кеше лә кейемен йыуһын. Ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.


Таҙарыныусы кеше кейемен йыуһын, үҙен тотош ҡырһын, йыуынһын һәм таҙа һаналыр. Шунан тупламға ҡайтһын, әммә ете көн буйы сатырының тышында йәшәһен.


Уларға ҡағылған һәр кем нәжес һаналыр. Был кеше кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ә йәрәбә буйынса Ғазазелгә сыҡҡан тәкәне тере килеш Раббы хозурына килтерһен. Был кәзә тәкәһе халыҡтың гонаһтарын паклар өсөн сүлгә, Ғазазелгә ебәрелһен.


Гонаһ ҡорбанының эс майын ҡорбан усағында яндырһын.


Уларҙы яндырған кеше кейемен һәм тәнен йыуырға тейеш, шунан һуң ул тупламға инә ала.


йәрәбә һалһын: тәкәләрҙең береһе – Раббы, икенсеһе Ғазазел өсөн булыр.


Исраилдар өсөн был – мәңгелек ҡағиҙә. Таҙарыныу һыуы һирпкән кеше лә кейемдәрен йыуһын; таҙарыныу һыуына ҡағылған әҙәм дә кискә тиклем нәжес булыр.


сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне. Уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынаябыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ