Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 11:7 - Изге Яҙма

7 сусҡа, сөнки ул айыры тояҡлы булһа ла, көйшәмәй, шуға күрә лә һеҙҙең өсөн хәрәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 сусҡа, сөнки ул айыры тояҡлы булһа ла көйшәмәй, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн харам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 сусҡа, сөнки ул айыры тояҡлы булһа ла, көйшәмәй, шуға күрә лә һеҙҙең өсөн хәрәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 11:7
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар ҡәберлектәрҙә ултырып, Йәшерен урындарҙа төнәйҙәр, Сусҡа ите ашайҙар; Ҡаҙандарында хәрәм ит ҡайнаталар.


«Әйҙәүселәргә эйәреп баҡсаларға табынырға барыу өсөн үҙҙәрен паклағандар, сусҡа, сысҡан һәм башҡа ерәнгес йәнлектәрҙең итен ашағандар һәммәһе һәләк буласаҡ, – тип белдерә Раббы. –


Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Айыры тояҡлы һәм көйшәгән бөтә хайуандарҙы ла ашарһығыҙ.


ҡуян, сөнки ул көйшәһә лә, айыры тояҡлы түгел, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн хәрәм;


Уларҙың итен ашамағыҙ, үләкһәләренә ҡағылмағыҙ. Улар һеҙҙең өсөн хәрәм.


Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ: уларҙы аяҡтары менән тапап бөтөрҙәр.


Ул ошо илдең бер кешеһенә эшкә ялланған, был кеше уны яланға сусҡа көтөргә ебәргән.


Теге кешенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингәс, көтөү сабып китте лә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлде.


Сусҡаны – тояҡтары айыры булһа ла, ул көйшәмәй, шуға күрә һеҙгә хәрәм. Уларҙың итен ашамағыҙ һәм үләкһәһенә ҡағылмағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ