Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 10:19 - Изге Яҙма

19 – Бөгөн улар Раббы хозурына үҙҙәренең гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе, – тип яуапланы Һарун Мусаға. – Шунан һуң башыма ошондай хәлдәр килде. Әгәр бөгөн гонаһ ҡорбанын ашаһам, Раббы уны хуш күрер инеме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 – Бөгөн улар Раббы хозурына үҙҙәренең гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе, – тип яуапланы Һарун Мусаға. – Минең башыма иһә ошондай хәлдәр килде. Әгәр бөгөн гонаһ ҡорбанын ашаһам, Раббы уны хуш күрер инеме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 – Бөгөн улар Раббы хозурына үҙҙәренең гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе, – тип яуапланы Һарун Мусаға. – Шунан һуң башыма ошондай хәлдәр килде. Әгәр бөгөн гонаһ ҡорбанын ашаһам, Раббы уны хуш күрер инеме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 10:19
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Нимәгә Миңә мул ҡорбандарығыҙ? – ти Раббы. – Яндырылған һарыҡ тәкәләренән, Һимертелгән малдарығыҙҙың майынан Ғарыҡ булдым. Башмаҡ, һарыҡ, кәзәләрҙең ҡаны – Улар түгел Минең теләгәнем.


Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


Раббыға түкмә ҡорбан ҡоймаҫтар, Ҡорбандарын Ул хуш күрмәҫ: Ҡорбандары хәсрәт икмәге һымаҡ булыр, Уны ашаған һәр кем нәжесләнер. Тәғәмдәре – тик үҙҙәре өсөн генә, Тик Раббы йортона индерелмәҫ.


Муса, быны ишетеп, ризалашты.


Бынан һуң Һарун тотош яндырыу ҡорбанын салды. Улдары уға ҡорбандың ҡанын алып бирҙе. Һарун ҡанды һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпте.


Һарун, ҡорбан усағы янына барып, үҙе өсөн гонаһ ҡорбаны булған үгеҙ башмаҡты салды.


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


«Күпме мәшәҡәт», – тип, уны һанға һуҡмайһығыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шунан урланған, аҡһаҡ, ауырыу малды килтерәһегеҙ. Ни өсөн Мин шундай ҡорбанды ҡабул итеп алырға тейешмен? – ти Раббы. –


Йәнә бына ни эшләйһегеҙ һеҙ: илай-һыҡтай Раббының ҡорбан усағын күҙ йәшенә мансыйһығыҙ, сөнки Раббы ҡорбанығыҙға диҡҡәт итмәй, һеҙҙән уны хуш күреп ҡабул итмәй.


Шул урында, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән эшләп тапҡандарығыҙ өсөн ҡыуанып, Аллағыҙ Раббы алдында ғаиләләрегеҙ менән ашағыҙ һәм күңел асығыҙ.


Был өлөштән хәсрәтле сағымда ашаманым, уны өйҙән алып сыҡҡанда нәжес түгел инем, уны үлеләргә тәҡдим итмәнем. Аллам Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалдым, миңә бойорғаныңдың барыһын да эшләнем.


Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!


Ул, бүтән баш ҡаһиндар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.


Шуның менән Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң мөҡәддәс урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ