Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 1:14 - Изге Яҙма

14 Әгәр ҙә тотош яндырыу ҡорбаны ҡош икән, Раббыға алатуба йәки күгәрсен балаһы килтерелһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Әгәр ҙә тотош яндырыу ҡорбаны ҡош икән, Раббыға алатуба йәки күгәрсен балаһы килтерелһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Әгәр ҙә тотош яндырыу ҡорбаны ҡош икән, Раббыға алатуба йәки күгәрсен балаһы килтерелһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 1:14
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы былай тине: – Миңә һыйыр, кәзә, һарыҡ тәкәһе алып кил. Һәммәһе лә өсәр йәшлек булһын. Бер алатуба менән бер бала күгәрсен дә килтер.


Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр.


Бынан һуң ҡаһин икенсе ҡошто, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ҡағиҙәгә ярашлы ғәмәл ҡылыр. Шул рәүешле ҡаһин, гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, ул кешене ҡылған гонаһынан паклар һәм был кеше ярлыҡаныр.


Әгәр ҙә ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алырға хәленән килмәһә, эшләгән гонаһы өсөн иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Әммә уның өҫтөнә зәйтүн майы ҡоймаһын, хуш еҫле сайыр ҙа һалмаһын, сөнки был – гонаһ ҡорбаны.


Әгәр ҙә ул кешенең һарыҡ йәки кәзә килтерергә хәленән килмәһә, гонаһы өсөн Раббыға ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып килһен. Уларҙың береһе гонаһ ҡорбаны, икенсеһе тотош яндырыу ҡорбаны булыр.


Минең ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш һәм баҫалҡымын. Шул мәлдә йәнегеҙ тыныслыҡ табыр.


Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы.


Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, улар ике алатубаны йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш ине.


Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ