Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Колосстарға 4:11 - Изге Яҙма

11 Һеҙҙе Юстос ҡушаматлы Йеһошуағ та сәләмләй. Улар – миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Һеҙҙе Иуст ҡушаматлы Ғайса ла сәләмләй. Улар миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Һеҙҙе Юстос ҡушаматлы Йеһошуағ та сәләмләй. Улар – миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Колосстарға 4:11
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Петрус менән бергә килгән сөннәтле иманлылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде.


Петрус Йәрүсәлимгә килгәс, сөннәтле иманлылар уға: – Һин, сөннәтһеҙ кешеләр янына инеп, улар менән бергә ашағанһың, – тип ғәйеп ташланы.


Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт иткән Прискилла менән Акуласҡа сәләм әйтегеҙ.


Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың да атаһы.


Беҙ иһә, Алланың хеҙмәттәштәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаған кешеләр һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине.


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тухикус барыһын да һөйләп бирер.


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытырға, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимоҫеусты һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


Был хәбәрҙе ишеткәс, имандаштар, үҙебеҙ кисергән бөтә мохтажлыҡтарға һәм ғазаптарға ҡарамаҫтан, һеҙҙең иманығыҙ менән йыуандыҡ.


Буйһонмаусан, буш хәбәр һөйләүсе һәм алдаҡсы кешеләр күп, ундайҙар айырыуса сөннәтлеләр араһында байтаҡ.


Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филемонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Әпфиә ханыма, көрәштәшебеҙ Архиппусҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Паулустан һәм имандашығыҙ Тимоҫеустан сәләм.


һәм хеҙмәттәштәрем Маркус, Аристархос, Демас һәм Лукас һиңә сәләм әйтәләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ