Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Колосстарға 3:1 - Изге Яҙма

1 Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелтелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда Мәсих Алланың уң яғында ултыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда иһә Мәсих Алланың уң яғында ултырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелтелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда Мәсих Алланың уң яғында ултыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Колосстарға 3:1
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмғиәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.


Улар эҙҙәремә баҫып килә, Ҡамалайҙар мине һәр тарафтан, Йығып һалыр өсөн һағалайҙар.


Аҡыллы кеше түбәндән, үлеләр донъяһынан тайпылыр өсөн юғары, йәшәүгә илткән юлдан йөрөй.


Аҡыллының йөрәге – дөрөҫ юлдан, ахмаҡтыҡы хата юлдан йөрөтә.


«Раббы минең Хакимыма: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“, – тигән».


Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!


Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа төшөп урламай.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тигән бит.


– Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Дауыт үҙе үк Зәбүр китабында: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тигән.


Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тине.


Дауыт үҙе күккә ашманы, әммә: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем уң яғымда ултыр“», – тине.


Изге Рух менән һуғарылған Стефанус иһә күккә баҡты һәм унда Алланың шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе.


Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә,


Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.


Ул түбәнгә төштө, ләкин, Үҙе менән бөтөн ғаләмде тултырыу өсөн, бар күктәрҙән дә юғарыраҡ күтәрелде.


Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә Раббыға буйһонған кеүек буйһоноғоҙ,


Мәсих менән бергә үлеп, донъяның идара итеүсе көстәренән ҡотолғанһығыҙ икән, ни өсөн һаман ошо донъяның кешеләре кеүек уларҙың ҡағиҙәләренә буйһонаһығыҙ:


Уйҙарығыҙҙы ерҙәге нәмәләргә түгел, ә күктәге нәмәләргә йүнәлтегеҙ,


Фәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа: «Мин дошмандарыңды аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр», – тип әйттеме икән?


Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙә иң мөһиме шул: күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған Баш Ҡаһиныбыҙ бар.


Ул, күккә ашып, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, көстәр ҙә буйһонған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ