Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Колосстарға 2:12 - Изге Яҙма

12 Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә күмелдегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә ерләндегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә күмелдегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Колосстарға 2:12
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Илселәр Раббы Ғайсаға: – Иманыбыҙҙы арттыр, – тинеләр.


Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр эшләгәнен, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.


Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Уны терелтте, сөнки үлем Ғайса алдында көсһөҙ ине.


Һәм бына Алла ошо Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә – бының шаһиттары.


беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға ышанған беҙҙе лә Алла тәҡүә тип һанар.


Һеҙҙең менән дә шулай, имандаштарым. Һеҙ Башҡаға, йәғни үленән терелтелгән икенсе Берәүгә тәғәйен булыр өсөн Мәсихтең үлеме аша ҡанун өсөн үлдегеҙ. Ошо арҡала беҙ уңышты Аллаға килтерә алабыҙ.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелтелде – Ул үлгәндәрҙән беренсе булып терелгән!


Сумдырылыу йолаһын үткән барығыҙ ҙа Мәсихкә кейендегеҙ, тип әйтеп була.


Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был – һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, был – Алла бүләге.


иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм ныҡ торған хәлдә


Алланың миндәге ҡеүәте арҡылы Уның миңә бүләк иткән мәрхәмәте менән был Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу эшендә хеҙмәт итә башланым.


Раббы – бер, иман – бер, һыуға сумдырылыу – бер.


ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.


сөнки һеҙгә Мәсихкә ышаныу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде.


Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө ярҙамында көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.


Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтә гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, һеҙгә Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ