Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Колосстарға 2:11 - Изге Яҙма

11 Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы башҡарған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең хакимлығынан азат ителдегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы менән башҡарылған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәт хакимлығынан азат ителдегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы башҡарған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең хакимлығынан азат ителдегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Колосстарға 2:11
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙегеҙҙе Мин Раббыға бағышлағыҙ, Йөрәгегеҙҙе сөннәткә ултыртығыҙ, Эй Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр! Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ арҡаһында Асыуым ут һымаҡ тоҡаныр, Һис кем һүндерә алмаҫлыҡ булып дөрләр».


– Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр.


Һигеҙенсе көндө, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡуштылар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргәйне.


Донъяны һәм унда булған һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше ҡулы менән төҙөлгән ҡорамдарҙа йәшәмәй,


Әммә Юғарыларҙан Юғары әҙәм ҡулы менән һалынған йорттарҙа йәшәмәй. Пәйғәмбәр әйткәнсә:


Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр.


Беҙ беләбеҙ, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмау өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы, асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды,


Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар булған кәүҙәмдән мине берәйһе ҡотҡарырмы?


Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.


Шулай итеп, кем Мәсихтә, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.


Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.


Алдатҡыс нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,


Шуға күрә йөрәктәрегеҙҙе сөннәтләгеҙ, башҡаса тиҫкәре булмағыҙ.


Һеҙ Аллағыҙ Раббыны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән яратһын һәм имен йәшәһен өсөн, Аллағыҙ Раббы һеҙҙең һәм тоҡомдарығыҙҙың йөрәген сөннәтләр.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Әммә Мәсих барлыҡ яҡшы нәмәләрҙең Баш Ҡаһины булып килде. Кеше ҡулы менән һалынмаған, фани донъяныҡы булмаған, бөйөгөрәк һәм камилыраҡ сатыр аша үтте.


Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ