8 Бер заман ағастар үҙҙәренә батша ҡуйырға булған. Улар зәйтүн ағасына: «Беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр.
Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһҡа былай тип яуапланы: «Бер заман Ливанда үҫкән сәнскәк ҡыуаҡ кедр ағасына: „Ҡыҙыңды минең улыма кәләш итеп бир“, тип яусы ебәргән, имеш. Әммә Ливандың бер ҡырағай януары, үтеп барышлай уны иҙә тапап киткән, ти.
Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһҡа былай тип яуаплай: «Бер заман Ливанда үҫкән сәнскәк ҡыуаҡ кедр ағасына: „Ҡыҙыңды минең улыма кәләш итеп бир“, тип яусы ебәргән, имеш. Әммә Ливандың бер ҡырағай януары, үтеп барышлай уны иҙә тапап киткән, ти.
Әгәр аяҡ: «Мин ҡул түгелмен, шуға күрә мин тәндеке түгел», – тиһә, шуның өсөн генә тәндең бер ағзаһы булыуҙан туҡтармы?
Йоҫам, был хаҡта ишеткәс, Геризим тауының башына менеп баҫты ла көслө тауыш менән халыҡҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Тыңлағыҙ мине, Шәхәм кешеләре, шул сағында һеҙҙе Алла ла ишетер!
Зәйтүн ағасы уларға: «Мин илаһтарҙы һәм кешеләрҙе ҙурлай торған майымды бирмәйенсә, башҡа ағастар өҫтөнән ботаҡ һелкетеп торайыммы?» – тигән, ти.