Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 9:7 - Изге Яҙма

7 Йоҫам, был хаҡта ишеткәс, Геризим тауының башына менеп баҫты ла көслө тауыш менән халыҡҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Тыңлағыҙ мине, Шәхәм кешеләре, шул сағында һеҙҙе Алла ла ишетер!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 9:7
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Тыңлағыҙ әле, – тине Йософ уларға, – бына мин ниндәй төш күрҙем!


Ярлының ялбарғанына ҡолаҡ һалмаған бәндә ярҙам һорап бер саҡ ялбарыр ҙа – яуап булмаҫ.


Ҡанунға ҡолаҡ һалырға теләмәгән заттың доғаһы ла Раббы өсөн ерәнгес.


Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.


Ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, йәһүдтәр, Уға табыныу урыны бары тик Йәрүсәлимдә генә, тиһегеҙ.


Аллағыҙ Раббы һеҙҙе биләйәсәк ерегеҙгә алып ингәс, Геризим тауында фатиха, Ғевал тауында ҡарғыш уҡырһығыҙ.


Был ике тау, белеүегеҙсә, Иордан йылғаһының аръяғында, юлдың көнбайышында, Ғарава тигеҙлегендә йәшәгән ҡәнғәни халҡы ерендә, Гилгал ҡаршыһында, Море имәнлеге янында урынлашҡан.


– Иордан йылғаһы аша сыҡҡас, халыҡҡа фатиха бирер өсөн, бына был ырыуҙар Геризим тауында торорға тейеш: Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар, Йософ һәм Бинйәмин.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!


Бөтә исраилдар – килмешәктәр ҙә, Исраилдың төп халҡы ла аҡһаҡалдары, етәкселәре һәм хөкөмдарҙары менән бергә – Килешеү һандығын тирә-яҡлап, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар алдында баҫып торҙо. Халыҡтың яртыһы Геризим тауы яғынан, яртыһы Ғевал тауы яғынан торҙо. Раббы ҡоло Муса Исраил халҡын тап ошо рәүешле фатихаларға ҡушҡайны.


Бөтә Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡы, йыйылышып, Шәхәмдәге таш бағана эргәһендәге имән төбөндә Авимәләхте батша тип иғлан итте.


Бер заман ағастар үҙҙәренә батша ҡуйырға булған. Улар зәйтүн ағасына: «Беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ