56 Атаһына ҡаршы енәйәт ҡылып, етмеш ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә Алла шулай ҡоһорон ҡайтарҙы.
Ҡанығыҙ ҡойолоп, йәнегеҙ ҡыйылһа, ҡан ҡойғандың – йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме – үҙенең ҡаны ҡойолоуға дусар итәсәкмен.
Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын, Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты.
Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?
Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».
Сионды төйәк иткән Раббыға маҡтау йырлағыҙ! Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында һөйләгеҙ!
Яман кеше үҙ яуызлығының ауына эләгә, гонаһтарының тоҙағына бәйләнә,
сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
Утрау кешеләре, уның ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә: – Был әҙәм – һис шикһеҙ кеше үлтереүсе. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр.
Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура.
Быны Алла Йеруббәғелдең етмеш улы өсөн үс алынһын һәм уларҙың ҡанының ҡоһоро ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә һәм уға ағай-энеһен үлтерергә ярҙам иткән Шәхәм кешеләренә төшһөн өсөн эшләне.
Авимәләхтең үлгәнен күреп, исраилдар өйҙәренә таралышты.
Шәхәм халҡының ҡылған яуызлыҡтарын да Алла уларҙың үҙ баштарына төшөрҙө. Шул рәүешле Йеруббәғел улы Йоҫамдың ҡарғышы бойомға ашты.