Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 9:54 - Изге Яҙма

54 Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 9:54
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин уның янына килдем дә, бындай ауыр яраларҙан һуң йәшәй алмаясағын күреп, үлтерҙем. Мин уның башындағы тажы менән беләҙеген алдым һәм бына һин хакимыма килтерҙем.


Шунда ул артына әйләнеп ҡараны ла, мине күреп, янына саҡырҙы. «Бойор, тыңлайым», – тинем мин.


«Кил яныма, үлтер мине, – тине ул. – Үлем ғазабына тарыным, ә йәнем һаман сыҡмай».


Ғаммондан Селек; Беероҫтан Нахрай, ул Серуяһ улы Йоавтың ҡорал йөрөтөүсеһе;


Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер, – ти. – Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп мәсхәрә итер. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тарта. Шунда Шаул ҡылысын ала ла үҙе уның өҫтөнә йығыла.


Шаулдың һәләк булғанын күреп, ҡорал йөрөтөүсе лә ҡылысҡа йығыла һәм үлә.


Ғаммондан Селек; Беероҫтан Нахрай, ул Серуяһ улы Йоавтың ҡорал йөрөтөүсеһе;


– Барыуын-барырмын, – тип яуапланы Девора. – Тик шуны ла бел: был юл һиңә дан килтермәйәсәк, сөнки Раббы Сисераны ҡатын кешенең ҡулына тапшырасаҡ. Шулай итеп, Девора Бараҡ менән бергә Ҡәдәшкә йүнәлде.


Авимәләхтең үлгәнен күреп, исраилдар өйҙәренә таралышты.


Шунан Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Беҙҙең янға менегеҙ! Һеҙгә бер һүҙ әйтәбеҙ, – тип ҡысҡырҙылар. Йонаҫан хеҙмәтсеһенә: – Минең арттан бар. Раббы уларҙы Исраил ҡулына бирҙе, – тине.


Йонаҫан аяҡ-ҡулы менән тырмашып өҫкә үрмәләне. Ҡорал йөрөтөүсеһе уның артынан эйәрҙе. Йонаҫан алдан пелештиҙәрҙе ҡырып барҙы, артынан ҡорал йөрөтөүсеһе лә үлтерә-үлтерә килде.


Ошо тәүге һөжүм ваҡытында, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе ике үгеҙ көнө буйы һөргән тиклем яландың яртыһылай ерҙә егермегә яҡын пелешти яугирен ҡырып һалды.


Шаул янындағы кешеләргә: – Ҡарағыҙ әле, барлағыҙ, арабыҙҙан кем киткән? – тип бойорҙо. Байҡап ҡараһалар, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе юҡ икәнен белделәр.


– Нисек теләйһең, шулай эшлә. Ҡайҙа кәрәк, шунда бар. Мин һинән ҡалмайым, – тине ҡорал йөрөтөүсеһе.


Дауыт килеп, Шаулға хеҙмәт итә башланы. Батша уны бик оҡшатты, үҙенә ҡорал йөрөтөүсе итеп тәғәйенләне.


Шулай итеп, Шаул, уның өс улы, ҡорал йөрөтөүсеһе, бөтә һуғышсылары бер көндә һәләк булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ