Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 9:53 - Изге Яҙма

53 бер ҡатын ҡул тирмәненең ташын ырғытып ебәрҙе лә Авимәләхтең башын ярҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 9:53
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йеруббәшәҫ улы Авимәләхте кем үлтерҙе? Ул Тевеста бер ҡатын диуарҙан ырғытҡан тирмән ташынан һәләк булған бит. Ниңә улай ҡала диуарына яҡын барҙығыҙ?» – тиһә, һин уға: «Ҡолоң хитти Урияһ та һәләк булды», – тип әйтерһең.


Эш улай тормай. Әфраим тауҙары яғынан Бихри улы Шевағ тигән бер әҙәм Дауыт батшаға ҡаршы баш күтәрҙе. Миңә ул ғына кәрәк. Уны тотоп бирһәгеҙ, мин ҡалағыҙҙы тыныслыҡта ҡалдырам. – Уның башы ошо диуарҙан ырғытылыр, – тине ҡатын Йоавҡа.


Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?


Шуға күрә Раббының Эдомға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ, Теманда йәшәүселәргә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ. Хаҡтыр: көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр, Раббы кешеләре арҡаһында Эдомдың көтөүлектәрен дә һәләк итер.


Шуға күрә Раббының Бабилға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ. Халдей иленә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ. Хаҡтыр, көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр, Раббы кешеләре арҡаһында Бабилдың көтөүлектәрен дә һәләк итер.


– Барыуын-барырмын, – тип яуапланы Девора. – Тик шуны ла бел: был юл һиңә дан килтермәйәсәк, сөнки Раббы Сисераны ҡатын кешенең ҡулына тапшырасаҡ. Шулай итеп, Девора Бараҡ менән бергә Ҡәдәшкә йүнәлде.


Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән.


Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон.


Авимәләх, манара эргәһенә килеп, уға һөжүм итте. Ишек янына килеп, уға ут төртмәксе булғайны,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ