47 Авимәләхкә Шәхәм манараһындағы бөтә кешеләрҙең шунда йыйылыуы хаҡында хәбәр иттеләр.
Был хаҡта ишеткәс, Шәхәм манараһындағы халыҡ Эл-Бериҫ ғибәҙәтханаһының нығытмаһына инеп йәшенде.
Авимәләх ғәскәре менән Салмон тауына табан йүнәлде. Балта алып, ағас ботаҡтары ҡырҡҡыланы ла, иңбашына һалып, үҙе менән булған яугирҙәргә: – Минең нимә эшләгәнемде күрҙегеҙме? Һеҙ ҙә тиҙерәк шулай эшләгеҙ, – тине.