Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 9:4 - Изге Яҙма

4 Шунан уға Бәғел-Бериҫ ҡорамынан етмеш шекел көмөш бирҙеләр. Авимәләх был аҡсаға эшһеҙ йөрөгән һәр төрлө әтрәгәләмде йыйып, үҙ артынан эйәртте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 9:4
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт үҙ йортона фатиха ҡылырға ҡайтҡас, Шаул ҡыҙы Михәл, уның ҡаршыһына сығып, былай тине: – Ҡара, нисек дан ҡаҙанды бөгөн Исраил батшаһы! Сисенеп ташлап, бер алйот кеше һымаҡ, хеҙмәтселәренең ҡол ҡатындары алдында шәрә йөрөнө!


Уның тирәһенә буш боғаҙҙар, нәфселе бәндәләр тупланды һәм Сөләймән улы Рехавғамды еңде. Рехавғам, йәш һәм йомшаҡ ихтыярлы булғанлыҡтан, уларға ҡаршы тора алманы.


Бөтә ерҙән дә һөрөлгән Атһыҙ-затһыҙ әҙәм аҡтыҡтары!


Иген иккән икмәккә туйыр, буш-юҡ артынан ҡыуған әҙәм иһә – ахмаҡ.


Пәйғәмбәрҙәре – тәкәббер, алдаҡсы әҙәм, Ҡаһиндары изге урынды нәжесләй, Ҡанунды аяҡ аҫтына һалып тапай.


Был бүтән йәһүдтәрҙә көнләшеү уятты, улар, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Паулус менән Силасты халыҡ алдына сығарыу өсөн, уларҙы Ясондың өйөнә барып эҙләнеләр.


Ифтах ағай-энеләренән ҡасып китте һәм Тов ерендә төйәкләнде. Уның янына йыйын әтрәгәләм тупланып, баҫҡынсылыҡ менән шөғөлләнә башланылар.


Гидғон үлгәс, Исраил халҡы йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бәғелдәргә табына башланы һәм үҙҙәренә илаһ итеп Бәғел-Бериҫты эшләп ҡуйҙы.


Шәхәмдәр яланға баҡсаларға барып йөҙөм йыйҙы, уны һығып, байрам ойошторҙо, үҙ илаһтарының йортонда ултырып ашаны-эсте һәм Авимәләхте һүкте.


Шулай уҡ ҡыйырһытылған кешеләр, бурыстарын түләй алмағандар, күңелдәрендә рәнйеше булғандар уның тирәһенә тупланды. Тора-бара уларҙың һаны дүрт йөҙгә барып етте һәм Дауыт уларға башлыҡ булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ