37 Әммә Ғағал йәнә: – Ҡара, Ер кендегенән кешеләр төшөп килә! Тағы бер төркөм Күрәҙәселәр имәне яғынан килә ята, – тине.
Ҡәүемдәр араһынан йыйып алынған, емереклектәрҙе ҡабат торғоҙған, мал-тыуары һәм мөлкәте булған, донъя кендегендә йәшәгән был халыҡҡа ҡаршы ҡул һуҙып, талармын, табыш итеп алырмын“.
Һеҙ барып ерҙәрен аласаҡ ҡәүемдәр күрәҙәселәрҙең һәм сихырсыларҙың һүҙен тыңлай. Әммә Аллағыҙ Раббы һеҙгә быны рөхсәт итмәне.
Ғағал, уларҙы күреп, Зевулға: – Ҡара әле, тау баштарынан кешеләр төшөп килә, – тине. – Ҡуйһаңсы, – тине Зевул. – Һиңә тауҙарҙың күләгәһе кеше булып күренә торғандыр.
Шул саҡ Зевул: – «Беҙ уға хеҙмәт итергә, кем ул Авимәләх?» тип әйткән телең ҡайҙа? Һин һанға һуҡмаған кешеләр инде был. Хәҙер сыҡ та уға ҡаршы һуғыш, – тине.