24 Быны Алла Йеруббәғелдең етмеш улы өсөн үс алынһын һәм уларҙың ҡанының ҡоһоро ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә һәм уға ағай-энеһен үлтерергә ярҙам иткән Шәхәм кешеләренә төшһөн өсөн эшләне.
Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.
Уларҙың ҡаны мәңгелеккә Йоавтың һәм тоҡомоноң башына төшһөн. Ә Дауытҡа һәм тоҡомона, уның ғаиләһенә һәм тәхетенә Раббы мәңгегә именлек бирһен!
Ләкин Эстер батша янына кергәс, тегеһе фарман сығарҙы һәм Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы яуыз уйы үҙ башына төштө: Һаманды улдары менән бергә дар ағасына аҫып ҡуйҙылар.
Кем башҡаға соҡор ҡаҙый, Шунда үҙе барып ҡолар.
Яуызлығы үҙенә әйләнеп ҡайтыр, Залимлығы үҙ башыңа төшөр.
Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе нәжесләмәгеҙ, сөнки ҡан ерҙе нәжесләй, ерҙе бары тик ҡан ҡойоусының ҡаны менән генә пакландырып була.
«Ғәйепһеҙ ҡанды түгер өсөн аҡса алған кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
Шунда Адони-Бәзәҡ: – Аяҡ-ҡулының баш бармаҡтары ҡырҡылған етмеш батша минең өҫтәлем аҫтына төшкән валсыҡты йыя торғайны. Инде хәҙер Алла миңә ҡылған ғәмәлдәремдең әжерен бирҙе, – тине. Адони-Бәзәҡте Йәрүсәлимгә килтерҙеләр, ул шунда вафат булды.
Шәхәм кешеләре, Авимәләхте дошман күргәнлектән, тау баштарында боҫҡондар ҡора торған булды. Улар юлдан үтеп барған һәр кемде таланы. Был хаҡта Авимәләхкә хәбәр иттеләр.
Әммә Шемуил: – Ҡылысың ҡатындарҙы ҡайһылай балаһыҙ ҡалдырған, хәҙер әсәйең дә шулай улһыҙ ҡаласаҡ, – тип Гилгалда, Раббы ҡаршыһында, Агагты ҡылыс менән сабып үлтерҙе.