23 Алла Авимәләх менән Шәхәм кешеләре араһына яуыз рух ебәрҙе, һәм Шәхәм кешеләре Авимәләхкә хыянат итте.
Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды.
Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалмай, сөнки Алла ихтыяры менән шулай булырға тейеш була. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай була.
Раббы уларҙың зиһенен томаланы. Улар Мысырҙы юлынан яҙҙырҙы – Мысыр, иҫерек һымаҡ сайҡалып, Үҙ ҡоҫҡолоғонда тапана.
«Мысыр халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортам. Туған – туғанына, дуҫ – дуҫына, Ҡала ҡалаға ҡаршы сығасаҡ, Батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итәсәк.
Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.
сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ имен ҡала алмай,
Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон.
Авимәләх Исраилда өс йыл хакимлыҡ итте.