20 Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон.
Яуыздар үҙ йәтмәләренә эләкһен, Мин иһә иҫән-аман уҙырмын.
Раббы ауазы ҡеүәтле, Мәғрур Раббының ауазы.
Өс йөҙ кеше борғо ҡысҡыртҡан арала Раббы бөтә тупламдағыларҙың ҡылысын бер-береһенә ҡаршы йүнәлтте. Шунан мидйән ғәскәрҙәре Серераға табан – Бейт-Һашиттаға табан ҡасырға тотондо. Улар Таббаҫ эргәһендәге Авел-Мехола ҡалаһының сигенә еткәнсе ҡасты.
Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән.
Әгәр ҙә һеҙ бөгөн Йеруббәғел менән уның нәҫеленә дөрөҫ һәм ғәҙел эш ҡылған булһағыҙ, әйҙә, Авимәләх өсөн шатланығыҙ, ул да һеҙҙең өсөн шатланһын.
Шунан һуң Йоҫам ҡасып китте, ағаһы Авимәләхтән йәшенеп, Беерға барып төпләнде.
Алла Авимәләх менән Шәхәм кешеләре араһына яуыз рух ебәрҙе, һәм Шәхәм кешеләре Авимәләхкә хыянат итте.
Авимәләх етәкселек иткән төркөм ҡала ҡапҡаһы янындағы урынды ҡулға төшөрөргә ашыҡты, ҡалған ике төркөм, ҡырҙағы кешеләргә һөжүм итеп, уларҙы ҡырып ташланы.
Бөтә Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡы, йыйылышып, Шәхәмдәге таш бағана эргәһендәге имән төбөндә Авимәләхте батша тип иғлан итте.