2 – Бөтә Шәхәм кешеләренә шуны еткерегеҙ: һеҙгә Йеруббәғелдең бөтә етмеш улы хужа булыуы хәйерлерәкме, әллә берәүһеме? Онотмағыҙ, мин һеҙҙең менән бер тән, бер йәнмен.
Лаван: – Ысынлап та һин минең һөйәгем, минең итемдәнһең икән, – тине. Яҡуптың Лаванда йәшәй башлауына ай тулғас,
Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».
Бөтә исраилдар, Хевронға Дауыт янына йыйылып, уға былай ти: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән.
Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары.
Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.
Уның етмеш улы бар ине, сөнки ҡатындары күп булды.
Ә һеҙ хәҙер килеп атайымдың нәҫеленә ҡаршы сыҡтығыҙ, бер таш өҫтөндә уның етмеш улын үлтерҙегеҙ һәм туғанығыҙ булған өсөн уның ҡол ҡатынының улы Авимәләхте Шәхәм кешеләренә батша итеп ҡуйҙығыҙ.
Ул Ғофраға – атаһының йортона килде һәм бер таш өҫтөндә үҙенең бөтә ағай-энеһен, Йеруббәғелдең етмеш улын, үлтерҙе. Йеруббәғелдең иң кесе улы Йоҫам ғына иҫән ҡалды – йәшеренеп өлгөргәйне.