19 Әгәр ҙә һеҙ бөгөн Йеруббәғел менән уның нәҫеленә дөрөҫ һәм ғәҙел эш ҡылған булһағыҙ, әйҙә, Авимәләх өсөн шатланығыҙ, ул да һеҙҙең өсөн шатланһын.
– Был халыҡ, тын ғына аҡҡан Шилоах һыуҙарын һанға һуҡмайынса, Ресин менән Ремалъяһ улына һоҡлана икән,
Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар.
һеҙ хәҙер, тәкәбберләнеп, маһаяһығыҙ. Һәр шундай маһайыу – яманлыҡ ул.
Бәғелдең ҡорбан усағын емергән өсөн, кешеләр: «Бәғел унан үҙе һаҡланһын», – тип, ошо көндән Гидғонды Йеруббәғел тип йөрөтә башланылар.
Ә һеҙ хәҙер килеп атайымдың нәҫеленә ҡаршы сыҡтығыҙ, бер таш өҫтөндә уның етмеш улын үлтерҙегеҙ һәм туғанығыҙ булған өсөн уның ҡол ҡатынының улы Авимәләхте Шәхәм кешеләренә батша итеп ҡуйҙығыҙ.
Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон.