15 Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән.
Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһҡа былай тип яуапланы: «Бер заман Ливанда үҫкән сәнскәк ҡыуаҡ кедр ағасына: „Ҡыҙыңды минең улыма кәләш итеп бир“, тип яусы ебәргән, имеш. Әммә Ливандың бер ҡырағай януары, үтеп барышлай уны иҙә тапап киткән, ти.
Ул илгә ҡытлыҡ күндерҙе, Тәғәм ризыҡ ҡалдырманы.
Эй Раббының тоғро бәндәләре, Уға мәҙхиә йырлағыҙ. Мөҡәддәс исеменә рәхмәт уҡығыҙ.
Ҡеүәтле кешеләрегеҙ – сүбәк кеүек, Ҡылған ғәмәлдәре осҡон һымаҡ булыр ҙа Икеһе бергә яныр, һүндереүсе булмаҫ.
Ливандың бейек, ғорур кедр ағастарына, Башандың бөтә имәндәренә,
Ризалығымды һорамайынса, Фирғәүендән яҡлау эҙләп, Мысыр күләгәһенә һыйынмаҡ булып, Мысырға баралар.
Хеҙмәтселәрең арҡылы бөйөк Хакимды хурланың, „Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән Тауҙарҙың үренә мендем, Ливан арҡаларына артылдым. Бейек кедр ағастарын, Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым, Иң бейек түбәһенә, ҡуйы урмандарына олғаштым.
Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.
Олононан ут сыҡты ла Емештәрен ялмап алды, Хакимлыҡ таяғы булырлыҡ Көслө ботағы ҡалманы». Был – һыҡтау йыры, ул һыҡтау йыры булып ҡаласаҡ.
Баҡ Ашшурға! Ливандағы кедр ағасына оҡшаш ине: Суҡ япраҡлы ботаҡтары күләгәле, Һомғол буйлы, Башы болоттарға тейә ине.
Тупраҡта тик тамырҙары менән Төпһә генә тороп ҡалһын, Тимер һәм баҡыр менән ҡоршалған килеш Ялан үләндәре араһында, Әйҙә, уны күк ысығы йыуһын, Януарҙар менән бергә үләндә көн күрһен.
Үренделәре төрлө яҡҡа таралыр. Ул зәйтүн ағасы һымаҡ гүзәл булыр, Ливан кедрылай хуш еҫ аңҡытыр.
Сөнки ут сыҡты Хешбондан, Ялҡын сыҡты Сихон ҡалаһынан, Моавтың Ғар ҡалаһын ялманы, Арнондағы табыныу ҡалҡыулыҡтарының Хужаларын ялмап юҡ итте.
Ул бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ, әммә үҫкәс, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә бейегерәк ағасҡа әүерелә. Ҡоштар, осоп килеп, уның ботаҡтарында оя ҡора.
Аҙаҡ килеп, бөтә ағастар күгән ҡыуағына: «Әйҙә, һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр.
Шулай итеп, ҡарағыҙ, һеҙ Авимәләхте батша итеп ҡуйып, дөрөҫ һәм ғәҙел эшләнегеҙме? Һеҙ Йеруббәғелгә һәм уның нәҫеленә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарҙығыҙмы? Уның эштәренә лайыҡ эш ҡылдығыҙмы?
Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон.
Авимәләх етәкселек иткән төркөм ҡала ҡапҡаһы янындағы урынды ҡулға төшөрөргә ашыҡты, ҡалған ике төркөм, ҡырҙағы кешеләргә һөжүм итеп, уларҙы ҡырып ташланы.
Яугирҙәрҙең һәр береһе ботаҡ ҡырҡып алды һәм, Авимәләх менән бергә барып, уларҙы нығытма тирәләй өйөп һалдылар, ут төрттөләр. Шәхәм манараһында булған барлыҡ кеше – бер меңгә яҡын ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ – һәләк булды.