7 – Раббы Зәвах менән Салмуннағты минең ҡулға тапшырғандан һуң, һеҙҙе сәнскеле ҡыуаҡ сыбығы менән һуҡтырасаҡмын, – тине Гидғон.
Гидғон, һөйләгән төштө һәм уны юрауҙы ишетеп, Раббыға сәждә ҡылды ла исраилдар тупламына әйләнеп ҡайтты һәм: – Тороғоҙ, Раббы мидйәндәр тупламын һеҙҙең ҡулға тапшыра, – тине.
Гидғон Суккоҫ халҡына: – Минең кешеләремә икмәк бирегеҙ әле, улар бик арыған, – тине. – Беҙ Мидйән батшалары Зәвах менән Салмуннағты эҙәрләп китеп барабыҙ.