6 Әммә Суккоҫ түрәләре: – Һинең ғәскәреңде нимә тип ашатайыҡ беҙ? Ә һин Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрҙөңмө әле? – тип яуап ҡайтарҙы.
Исмәғилдең улдарының исемдәре: – баш балаһы Невайоҫ, артабанғылары – Ҡыдар, Адбеил, Мивсам,
Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине.
Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.
– Ҡайтып әйтегеҙ: биленә ҡылыс таҡҡанда түгел, ҡылысын сискәндә маҡтанһын, – тип яуап ҡайтарҙы уға Исраил батшаһы.
Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһҡа былай тип яуапланы: «Бер заман Ливанда үҫкән сәнскәк ҡыуаҡ кедр ағасына: „Ҡыҙыңды минең улыма кәләш итеп бир“, тип яусы ебәргән, имеш. Әммә Ливандың бер ҡырағай януары, үтеп барышлай уны иҙә тапап киткән, ти.
Ярлы ялбарып һорар, бай тупаҫ яуаплар.
Башҡалар, Ғайса Мәсихкә ҡулай булғанды түгел, ә үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.
„Мероз ҡалаһын ләғнәтлә! – тине Раббы фәрештәһе. – Унда йәшәүселәрҙе ҡарға! Улар Раббыға ярҙамға килмәнеләр. Баһадирҙарға ҡаршы алышҡа Ярҙамға килмәнеләр Раббыға“.
Шунан Гидғон, Суккоҫ халҡына килеп: – Бына Зәвах менән Салмуннағ! Ә һеҙ: «Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрмәгәс, беҙ һинең хәлдән тайған кешеләреңде ниңә ашатайыҡ?» – тип минән көлгәйнегеҙ.
Гидғон Суккоҫ халҡына: – Минең кешеләремә икмәк бирегеҙ әле, улар бик арыған, – тине. – Беҙ Мидйән батшалары Зәвах менән Салмуннағты эҙәрләп китеп барабыҙ.