24 Шунан: – Бер генә нәмә һорайым, һәр берегеҙ миңә үҙ яумалығыҙҙан берәр һырға бирһен, – тине. Сөнки дошмандары – исмәғилдәр – алтын һырға тағып йөрөй ине.
Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ҡыҙға ярты шекел ауырлыҡтағы танау алҡаһы, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте.
Шунан ул Рабиғаға алтын-көмөш биҙәүестәр, зиннәтле кейемдәр сығарып бирҙе, шулай уҡ уның ҡустыһы менән әсәһенә лә затлы бүләктәр өләште.
Бына Ибраһим улы Исмәғилдең – Сараның хеҙмәтсеһе мысыр Хәжәрҙән тыуған улының нәҫел шәжәрәһе.
Исмәғилдең улдарының исемдәре: – баш балаһы Невайоҫ, артабанғылары – Ҡыдар, Адбеил, Мивсам,
Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шәхәм янындағы ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы.
Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине.
Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.
– Ҡайтып әйтегеҙ: биленә ҡылыс таҡҡанда түгел, ҡылысын сискәндә маҡтанһын, – тип яуап ҡайтарҙы уға Исраил батшаһы.
Исраил халҡы Муса ҡушҡанса эшләне – мысырҙарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем-һалым һорап алды.
Кешеләр Һарунға алтын алҡаларын сисеп бирҙе.
Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты.
Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр.
Биҙәүестәренең гүзәллегенә ғорурландылар, уларҙан ерәнгес боттарының һындарын эшләнеләр. Шуға күрә лә ул әйберҙәрҙе кешеләр өсөн нәжес нәмәгә әйләндерәм.
Исраилдар: – Бирәбеҙ-бирәбеҙ, – тип ергә кейем йәйеп һалды ла һәр береһе үҙ яумалынан берәр һырға ырғытты.
Икмәгемде, һыуымды, һарыҡ ҡырҡыусылар өсөн салған малымдың итен белмәгән-күрмәгән кешеләргә тоттороп ебәрәйемме инде хәҙер?