22 Исраилдар Гидғонға: – Беҙгә хакимлыҡ ит, артабан һинең улың, унан улыңдың улы хакимлыҡ итер, сөнки һин беҙҙе мидйәндәр ҡулынан ҡотҡарҙың, – тине.
Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.
Ғайса, уларҙың Үҙен тотоп алып батша итеп ҡуйырға йыйынғандарын белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте.
Зәвах менән Салмуннағ: – Һин беҙҙе үҙең үлтер. Кеше ниндәй, уның көсө лә шундай, – тине. Гидғон Зәвах менән Салмуннағты үлтерҙе, шунан уларҙың дөйәләренең муйынындағы ярым ай рәүешендәге биҙәүестәрҙе һалдырып алды.
Гидғон уларға: – Мин һеҙгә хакимлыҡ итмәйем, минең улым да хакимлыҡ итмәйәсәк: һеҙгә Раббы хакимлыҡ итер, – тине.
Әммә Ғаммон батшаһы Нахаштың һеҙгә ҡаршы сыҡҡанын күргәс, миңә: «Юҡ, беҙҙең өҫтән батша хакимлыҡ итһен», – тинегеҙ, ә бит һеҙҙең батшағыҙ Раббы Үҙе!
Уға: – Һин инде олоғайҙың, – тинеләр. – Ә улдарың һинең юлыңдан йөрөмәй. Шуға күрә беҙҙең өҫтән башҡа халыҡтарҙа булған кеүек батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен.