15 Шунан Гидғон, Суккоҫ халҡына килеп: – Бына Зәвах менән Салмуннағ! Ә һеҙ: «Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрмәгәс, беҙ һинең хәлдән тайған кешеләреңде ниңә ашатайыҡ?» – тип минән көлгәйнегеҙ.
Суккоҫта йәшәгән бер йәш егетте тотоп алды ла, унан Суккоҫ түрәләре менән аҡһаҡалдары тураһында һораны. Егет етмеш ете кешенең исемен яҙҙырҙы.
Ул ҡаланың аҡһаҡалдарын ҡулға алырға бойорҙо, ҡала кешеләрен сәнскеле ҡыуаҡ сыбығы менән һуҡтырҙы.
Икмәгемде, һыуымды, һарыҡ ҡырҡыусылар өсөн салған малымдың итен белмәгән-күрмәгән кешеләргә тоттороп ебәрәйемме инде хәҙер?