11 Гидғон Новах менән Йогбеһаның көнсығышындағы күсмә халыҡтар юлынан барып, тупламда вайымһыҙ йөрөп ятҡан дошман ғәскәренә һөжүм итте.
Ғатароҫ-Шофан, Яғзер, Йогбеһа,
Новах та Ҡынаҫ менән уға буйһонған ауылдарҙы алды, Ҡынаҫты үҙенең исеме менән Новах тип атаны.
Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.
Ә Дан кешеләре Михаяһ яһатҡан бөтә нәмәләрҙе, шулай уҡ уның ҡаһинын алып, Лаишҡа, тыныс һәм вайымһыҙ йәшәп ятҡан халыҡҡа һөжүм итергә китте. Халыҡты ҡылыстан үткәреп, ҡаланы үртәнеләр.
Зәвах һәм Салмуннағ ун биш меңлек ғәскәр менән Ҡарҡорҙа ине. Көнсығыш халыҡтары ғәскәренән йөҙ егерме мең һуғышсы һәләк булып, ошо хәтле генә яугир ҡалғайны.
Зәвах менән Салмуннағ ҡасып китте, Гидғон иһә улар артынан ҡыуа төштө. Ул Мидйән батшаларының икеһен дә ҡулға алып, бөтә ғәскәрҙең ҡотон осорҙо.
– Ғәмәлек батшаһы Агагты алып килегеҙ, – тине Шемуил. Бығауланған Агаг уның янына килгәндә: «Үлем әсеһе урап үткәндер», – тип өмөтләнгәйне.
Ул Дауытты баҫҡынсылар янына алып китте. Бына тегеләр, тирә-яҡҡа таралышып, ашап-эсә, Пелешеҫ менән Йәһүҙә ерҙәрендә талап алған яумалдарына ҡыуанып байрам итә.