Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 8:10 - Изге Яҙма

10 Зәвах һәм Салмуннағ ун биш меңлек ғәскәр менән Ҡарҡорҙа ине. Көнсығыш халыҡтары ғәскәренән йөҙ егерме мең һуғышсы һәләк булып, ошо хәтле генә яугир ҡалғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 8:10
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Еңелә башлағанын һиҙеп, Моав батшаһы ҡылыслы ете йөҙ яугире менән Эдом батшаһының ғәскәрҙәре тәңгәленән йырып сыҡмаҡ булды, әммә уңышһыҙлыҡҡа осраны.


Авияһ үҙенең ғәскәре менән уларҙы тар-мар итә: исраилдарҙың һайланма биш йөҙ мең яугире үлтерелә.


Ремалъяһ улы Пеҡах батша бер көндә Йәһүҙәнең йөҙ егерме мең яугирен ҡырып һала, сөнки улар ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлаған була.


Исраилдар үҙҙәренең туғандары йәһүҙиҙәрҙең ике йөҙ мең кешеһен – ҡатындарын, улдарын һәм ҡыҙҙарын әсирлеккә ала; шулай уҡ уларҙан бик күп яумал талап, Самарияға оҙата.


Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.


Сөнки Һин уларҙың муйынындағы ҡалыпты – Елкәләрен баҫып торған йөктө, Уларҙы иҙеүселәрҙең таяғын Мидйәндәрҙе еңгән көндәгеләй һындырып ташланың.


Ул көндө Гивғанан булған ете йөҙ һайланма яугирҙән тыш, Бинйәмин ырыуының башҡа ҡалаларынан егерме алты мең ҡораллы һуғышсы йыйҙылар.


Исраил халҡы иһә, Бинйәмин ырыуынан башҡа, ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең кеше йыйҙы. Улар барыһы ла оҫта яугир ине.


Халыҡтың, Исраил ырыуҙарының бөтә башлыҡтары Алла халҡы йыйынында үҙҙәренең урынын алды – ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең йәйәүле яугир ҡатнашты.


Тегеләр иһә Гивғанан сыҡтылар ҙа, исраилдарға һөжүм итеп, уларҙың тағы ҡылыс менән ҡоралланған ун һигеҙ мең яугирен үлтерҙеләр.


Әммә Раббы бинйәминдәрҙе исраилдар алдында тар-мар итте. Ул көндө исраилдар уларҙың ҡылыс тотҡан егерме биш мең дә бер йөҙ кешеһен үлтерҙе.


Ул көнө һәләк булған Бинйәмин яугирҙәре егерме биш мең кеше була. Һәммәһе лә – ҡулына ҡылыс тотҡан батыр һуғышсылар.


Был халыҡтар үҙ малы, сатырҙары менән, саранча һымаҡ, ер баҫып килә, уларҙың үҙҙәренең дә, дөйәләренең дә иҫәбенә-һанына сығырлыҡ түгел. Исраил ерен талап, уны иңләп-буйлап йөрөйҙәр.


Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.


Гидғон яҡыныраҡ килде лә ҡолаҡ һалды. Бына бер кеше икенсеһенә төшөн һөйләй: – Бер төш күрҙем, – ти. – Арпа ононан бешерелгән бер йоморо икмәк мидйәндәр тупламы буйлап тәгәрәп йөрөй, имеш. Шунан ул сатырға килеп бәрелде лә, уны ауҙара һуҡты. Сатыр таралып төштө.


Өс йөҙ кеше борғо ҡысҡыртҡан арала Раббы бөтә тупламдағыларҙың ҡылысын бер-береһенә ҡаршы йүнәлтте. Шунан мидйән ғәскәрҙәре Серераға табан – Бейт-Һашиттаға табан ҡасырға тотондо. Улар Таббаҫ эргәһендәге Авел-Мехола ҡалаһының сигенә еткәнсе ҡасты.


Гидғон Новах менән Йогбеһаның көнсығышындағы күсмә халыҡтар юлынан барып, тупламда вайымһыҙ йөрөп ятҡан дошман ғәскәренә һөжүм итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ