18 Мин һәм минең янымдағылар борғо ҡысҡырта башлаһаҡ, һеҙ ҙә, тупламды уратып, борғо ҡысҡыртығыҙ ҙа: «Раббы һәм Гидғон өсөн!» – тип ҡысҡырығыҙ.
Уларға: – Миңә ҡарағыҙ ҙа, нимә эшләһәм, шуны эшләгеҙ, – тине. – Дошман тупламы янына килеп еткәс, һеҙ мин нимә эшләйем, шуны эшләгеҙ.
Төн уртаһында, дошман тупламында һаҡсылар алмашынғандан һуң, Гидғон һәм уның менән йөҙ кеше тупламға яҡынлашты. Улар мөгөҙ борғоларын ҡысҡырта, ҡулдарындағы көршәктәрен вата башланы.
Шул саҡта бөтә был йыйын Раббының ҡылыс һәм һөңгө менән ҡотҡармағанын төшөнөр. Был һуғыш – Раббыныҡы, Ул һеҙҙе беҙҙең ҡулға тапшыра.