14 Тыңлап ултырғаны уға: – Был, моғайын, Исраилдан Йоаш улы Гидғондың ҡылысылыр. Алла мидйәндәр менән уларҙың тупламын уның ҡулына тапшыра булыр.
Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән.
Билғам Балаҡка: – Бына бит, килдем, тик үҙемдән ни ҙә булһа әйтә аламмы ни инде? Алла телемә ни һалһа, шуны ғына һөйләрмен.
Бына фатиха бирергә бойороҡ алдым, Ул фатиха бирҙе – мин быны үҙгәртә алмайым.
Раббы Билғамдың теленә тейешле һүҙҙе һалды ла уға: – Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер, – тип бойорҙо.
– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.
уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.
Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.
– Тиҙерәк минең арттан! – тине Эһуд. – Раббы дошмандарығыҙ моавтарҙы һеҙҙең ҡулығыҙға тапшыра! Халыҡ, Эһуд артынан эйәреп, Иордан аша Моавҡа сыға торған кисеүҙәрҙе баҫып алды, бер кемгә лә аръяҡҡа сығырға мөмкинлек бирмәне.
Гидғон яҡыныраҡ килде лә ҡолаҡ һалды. Бына бер кеше икенсеһенә төшөн һөйләй: – Бер төш күрҙем, – ти. – Арпа ононан бешерелгән бер йоморо икмәк мидйәндәр тупламы буйлап тәгәрәп йөрөй, имеш. Шунан ул сатырға килеп бәрелде лә, уны ауҙара һуҡты. Сатыр таралып төштө.
Гидғон, һөйләгән төштө һәм уны юрауҙы ишетеп, Раббыға сәждә ҡылды ла исраилдар тупламына әйләнеп ҡайтты һәм: – Тороғоҙ, Раббы мидйәндәр тупламын һеҙҙең ҡулға тапшыра, – тине.
Шунан Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Беҙҙең янға менегеҙ! Һеҙгә бер һүҙ әйтәбеҙ, – тип ҡысҡырҙылар. Йонаҫан хеҙмәтсеһенә: – Минең арттан бар. Раббы уларҙы Исраил ҡулына бирҙе, – тине.