1 Йеруббәғел, йәғни Гидғон, һәм уның менән бергә булған бар халыҡ, таңдан тороп, Харод инеше буйына туплам булып урынлашты. Мидйәндәр тупламы уларҙан төньяҡтараҡ, Море тауы янында, үҙәндә ине.
Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море имәнлегенә тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.
Иртәгәһен Ибраһим иртә менән тороп ишәген эйәрләне, ике хеҙмәтсеһен, Исхаҡты эйәртте, ҡорбанды яндырырға утын ҡырҡып алды ла юлға сыҡты – Алла күрһәткән урынға йүнәлде.
Хародтан Шамма менән Әлиҡа;
Йә Раббы, күк ғәскәрҙәре Аллаһы, тыңла, Доғама ҡолаҡ һал, эй Яҡуп Аллаһы! Села
Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.
Был ике тау, белеүегеҙсә, Иордан йылғаһының аръяғында, юлдың көнбайышында, Ғарава тигеҙлегендә йәшәгән ҡәнғәни халҡы ерендә, Гилгал ҡаршыһында, Море имәнлеге янында урынлашҡан.
Иртә таңдан Йушағ менән барлыҡ исраилдар Шиттимдән сығып Иордан буйына еттеләр. Бында улар, йылға аша сыҡмайынса, ҡуна ҡалды.
Ете ҡаһин һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп Раббы һандығы алдынан барҙы һәм бер туҡтауһыҙ ҡысҡыртты. Улар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Раббы һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар.
Бәғелдең ҡорбан усағын емергән өсөн, кешеләр: «Бәғел унан үҙе һаҡланһын», – тип, ошо көндән Гидғонды Йеруббәғел тип йөрөтә башланылар.
Шул арала барлыҡ мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары берләште лә, Иорданды кисеп сығып, Изреғил үҙәнендә туплам булып торҙо.
Алла был төндә нәҡ шулай эшләне: йөн ҡоро ҡалды, ә тотош ер өҫтөнә ысыҡ төштө.
Йоаш улы Йеруббәғел ҡайтып үҙ йортонда ғүмер итте.
Раббы Йеруббәғелде, Баракты, Ифтахты, Шемуилды ебәрҙе һәм һеҙҙе уратып алған дошмандарығыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы. Хәүефһеҙ йәшәнегеҙ.
Пелештиҙәр бөтә ғәскәрҙәрен Афеҡта тупланы. Исраилдар иһә Изреғилдәге инеш янында урынлашты.