Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 6:5 - Изге Яҙма

5 Был халыҡтар үҙ малы, сатырҙары менән, саранча һымаҡ, ер баҫып килә, уларҙың үҙҙәренең дә, дөйәләренең дә иҫәбенә-һанына сығырлыҡ түгел. Исраил ерен талап, уны иңләп-буйлап йөрөйҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 6:5
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡарасманлығыма ҡарамағыҙ, Ҡояш мине шулай ҡарайтты. Ағайҙарым миңә асыуланып, Йөҙөм баҡсаларын ҡарауыллар өсөн ҡуйҙы, Ә үҙемдең баҡсамды һаҡлай алманым.


Унда башҡаса һис кем йәшәмәҫ, Мәңгегә берәү ҙә төйәкләнмәҫ. Ғәрәптәр үҙҙәренең сатырын ҡормаҫ, Көтөүселәр малдарын ялға туҡтатмаҫ.


Дөйә көтөүҙәре, Мидйән менән Ғефаның йәш дөйәләре Ерҙәреңә килеп тулыр. Бөтә Шева халҡы килер, Алтын һәм ладан килтерер, Раббыға маҡтау яуҙырыр.


Үтеп сыҡмаҫлыҡ ҡалын булһа ла, Урманын ҡырҡып бөтөрҙәр, – тип белдерә Раббы. – Улар саранчанан да күберәк, Һанап бөтөрөрлөк түгел.


Уларҙың сатырҙарын һәм көтөүҙәрен, Сатыр шаршауҙарын, барлыҡ ҡаралдыһын, Дөйәләрен тартып аласаҡтар. „Тирә-яҡта – дәһшәт!“ – тип ҡысҡырасаҡтар.


Дөйәләре башҡаларға табыш булыр, Көтөү-көтөү малдары таланыр. Был сикә сәстәрен ҡырып йөрөгән әҙәмдәрҙе Һәр тарафҡа елгә һибәм, Һәр яҡтан баштарына бәлә ебәрәм, – тип белдерә Раббы. –


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең барлығы менән ант итте: «Һине саранча тубы баҫып алғандай, Дошман сиреүе менән тултырасаҡмын. Һиндә уларҙың еңеү ауаздары яңғырап торор».


Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.


Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.


Зәвах һәм Салмуннағ ун биш меңлек ғәскәр менән Ҡарҡорҙа ине. Көнсығыш халыҡтары ғәскәренән йөҙ егерме мең һуғышсы һәләк булып, ошо хәтле генә яугир ҡалғайны.


Зәвах менән Салмуннағ: – Һин беҙҙе үҙең үлтер. Кеше ниндәй, уның көсө лә шундай, – тине. Гидғон Зәвах менән Салмуннағты үлтерҙе, шунан уларҙың дөйәләренең муйынындағы ярым ай рәүешендәге биҙәүестәрҙе һалдырып алды.


Дауыт уларға һөжүм итте һәм бер эңерҙән икенсе эңергә тиклем ҡырҙы. Дөйәләргә менеп ҡасҡан дүрт йөҙ егеттән башҡа ҡотолоп ҡалған кеше булманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ