39 Гидғон Аллаға йәнә былай тине: – Миңә асыуланма инде, тағы бер генә нәмә һорарға рөхсәт ит. Йөн менән тағы бер һынау үткәрәйем: тотош ер өҫтөнә ысыҡ төшөп, йөн генә ҡоро ҡалһын.
– Мин әйткәнгә асыуланмаһаң ине, бөйөк Хакимым: ә, бәлки, унда тәҡүә утыҙ ғына бәндә табылыр? – тине Ибраһим. Раббы: – Әгәр гонаһһыҙ утыҙ бәндә табыла икән, ҡаланы аярмын, – тип яуапланы.
– Тағы бер тапҡыр һорауыма асыуланмаһаң ине, бөйөк Хакимым, бәлки, унда тәҡүәләр унау ғыналыр? – тип дауам итте Ибраһим. – Ун бәндә хаҡына ла аярмын, – тине Раббы.
Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.
Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк.
Ә Батшалыҡҡа эйә булырға тейеш кешеләр тышҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр, унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр, – тине.
Паулус менән Барнабас ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙең мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгел икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт итәбеҙ.
Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.
Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай.
Шулай булды ла. Гидғон иртәгәһенә иртүк тороп, ул йөндө һыға башланы һәм йөндән бер туҫтаҡ һыу сыҡты.
Алла был төндә нәҡ шулай эшләне: йөн ҡоро ҡалды, ә тотош ер өҫтөнә ысыҡ төштө.