22 Гидғон уның Раббы фәрештәһе булғанын аңланы ла: – Эй Раббым Хакимым! Раббы фәрештәһен йөҙмә-йөҙ күрҙем бит, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Үҙе менән һөйләшкән Раббыны Хәжәр: «Һин – Эл-Рои» – тип атаны. Сөнки: «Ысынлап та әле мине Күреүсене күрҙемме икән?» – тине.
Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине.
Ҡояш сыҡҡан саҡта Яҡуп Пениилдан китте. Уның бер аяғы аҡһай ине.
– Ләкин һин Минең йөҙөмдө күрә алмаҫһың, – тине Раббы Мусаға. – Кеше, Мине күреп, иҫән ҡала алмай.
Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.
Ишағыяһ был һүҙҙәрҙе Ғайсаның шөһрәтен алдан күргәнгә әйткән; Уның тураһында һөйләгән.
әйтте: «Аллабыҙ Раббы беҙгә үҙенең шөһрәтен һәм бөйөклөгөн күрһәтте. Ут эсенән Уның тауышын да ишеттек. Бөгөн беҙ Алланың кешегә мөрәжәғәт иткәнен һәм кешенең тере ҡалғанын күрҙек.
Беҙҙең кеүек ут эсенән һөйләгән тере Алланың тауышын ишетеп тә, иҫән ҡалған йән эйәһе бармы?
Мин иһә ул саҡта Раббы әйткән һүҙҙәрҙе һеҙгә еткерер өсөн һеҙҙең менән Раббы араһында торҙом, сөнки, уттан ҡурҡып, тауға менмәнегеҙ. Ул саҡта Раббы әйтте:
Раббы уға: – Имен булырһың, ҡурҡма, үлмәҫһең, – тине.