2 Мидйәндәрҙең йәбер-золомо арҡаһында Исраил халҡы ҡаялар араһында, мәмерйәләрҙә һәм нығытмалы урындарҙа йәшенеп йөрөнө.
Ҡороған йылға йырындарында, Өңдәрҙә, ҡая ярыҡтарында йәшәйҙәр.
Исмәғил үҙе үлтергән бөтә кешеләрҙең мәйеттәрен ташлаған һыу соҡоро бик ҙур булып, заманында уны Аса батша Исраил батшаһы Бағшанан һаҡланып ҡаҙҙырған була. Шул соҡорҙо Неҫанъяһ улы Исмәғил үлектәр менән тултырҙы.
Эй Моавта йәшәгәндәр, Ҡалаларығыҙҙы ташлап, ҡаяларға һыйынығыҙ. Мәмерйә ауыҙында оя ҡорған күгәрсендәр кеүек булығыҙ.
Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.
Донъя ундай кешеләргә лайыҡ түгел ине, улар сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып йөрөй.
Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде.
Шул йылды әлеге халыҡтар исраилдарҙы тар-мар итте һәм иҙҙе. Иордан аръяғында, әмөри ерендәге Ғилғәдтә, йәшәгән исраилдарҙы улар ун һигеҙ йыл буйы яфаланылар.
Аҙаҡ килеп ғаммондар Йәһүҙә, Бинйәмин һәм Әфраим ырыуҙарына ҡаршы һуғыш алып барыр өсөн, Иордан йылғаһын кисте. Исраил халҡына ҙур бәлә килде.
Исраилдар сәсеү эштәрен тамамлауға, мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары Исраилға баҫып инә лә,
Ҡамауҙа ҡалған исраилдар, үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанын күреп, мәмерйәләрҙә, шырлыҡтарҙа, ҡаяларҙа, ер ҡыуышлыҡтарында һәм һыу һаҡлай торған соҡорҙарҙа йәшенә башланы.
Икәүләшеп пелешти һаҡсыларына күренделәр. – Ана, ғивриҙәр йәшенгән тишектәренән сыға башланы! – тип көлдө пелештиҙәр.