18 Һиңә бүләгемде алдыңа һалғансы бер ҡайҙа ла китмәй тор. – Ярай, – тип яуапланы ҡунаҡ, – һин әйләнеп килгәнсе ултырып торормон.
– Эй хакимым, әгәр күңелеңә хуш килһәм, мин ҡолоң эргәһенән үтеп китмәһәң ине.
Ә мин икмәк алып киләйем, үҙәк ялғап алырһығыҙ, унан юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ – барыбер мин ҡолоғоҙ янынан үтеп бараһығыҙ бит. – Әйҙә, әйткәнеңсә булһын, – тине мосафирҙар.
Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы.
Маноах Раббы фәрештәһенә: – Бер аҙ көтөп торһаң, кәзә бәрәсе салып, ашарыңа бешерербеҙ, – тине.
Быға Гидғон: – Әгәр күңелеңә хуш килгәнмен икән, минең менән ысынлап та Һин һөйләшкәнде белдергән берәй билдә бир, – тине. –
Гидғон ҡайтып кәзә бәрәсе салды, бер эфа ондан сөсө икмәк бешерҙе. Итте кәрзингә һалды, ә һурпаны көршәккә ҡойоп, имән төбөнә ҡунаҡҡа килтереп бирҙе.