Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 6:1 - Изге Яҙма

1 Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, һәм Раббы уларҙы ете йылға мидйәндәр ҡулына тапшырып ҡуйҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 6:1
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Унан Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдары тыуҙы.


Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.


Күрҙем: Кушан сатырҙарын хәсрәт алған, Мидйәндең сатыр япмалары дәһшәттән тетрәй.


моавтар Мидйән аҡһаҡалдарына былай тине: – Был өйөр, баҫыуҙы һыпырып ашап торған үгеҙгә оҡшап, тирә-яғыбыҙҙа һәммәһен ҡыра лабаһа. Сиппор улы Балаҡ ул ваҡытта Моав батшаһы ине.


Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.


Шуға күрә Раббының Исраилға ҡарата асыуы ҡабарҙы; Ул исраилдарҙы пелештиҙәр һәм ғаммондар ҡулына тапшырҙы.


Исраилдар Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла, бәғелдәргә табына башланы.


Быға Гидғон: – Эй хакимым, Раббы беҙҙең менән икән, ниңә беҙ был көнгә төштөк? Уның ата-бабаларыбыҙ һөйләгән хикмәттәре ҡайҙа? Улар бит: «Раббы беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты», – тип һөйләй торғайны. Хәҙер килеп Раббы беҙҙе ташланы, беҙҙе мидйәндәр ҡулына биреп ҡуйҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ