30 „Моғайын, улар яумал йыя, бүлешәлер, Һәр яугиргә – берәр, ә бәлки, икешәр ҡыҙ. Сисераға биҙәкле туҡымалар, Сағыу сигеүле туҡымалар, Әсирҙән систереп алған Биҙәкле матур кейемдәр“.
Олоғайып барған сағында тыуған бала булғанға, Исраил Йософто башҡа улдарына ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Ул Йософҡа затлы күлдәк тектерҙе.
Батшаның ғиффәтле ҡыҙҙары кейә торған оҙон еңле күлдәк кейгән Тамарҙы хеҙмәтсе өйҙән ҡыуып сығарҙы ла артынан ишекте бикләп ҡуйҙы.
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Ҡыл туҡымаға урандым – Тағы әҙәм көлкөһөнә ҡалдым.
„Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“
Ихатаның ҡапҡаһы өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән егерме терһәк оҙонлоғонда нағыш менән биҙәлгән ҡорма һуҡ. Ҡапҡала дүрт бағана булһын, улар аҫтына дүрт төп кәрәк.
Тәкәбберҙәр менән табыш бүлешкәнсе, күндәм рухлы булып ярлылар менән йәшәү яҡшы.
Ҡараңғылыҡта йөрөгән халыҡ Бөйөк бер яҡтылыҡ күрҙе. Дөм ҡараңғы илдә йәшәүселәр өҫтөндә нур балҡыны.
Бына батшалар алышҡа сыҡты, Тағанахта, Мегиддо һыуҙары янында Ҡәнғән батшалары һуғышты, Тик уларға көмөш тәтемәне!
Һарайҙың зирәк ҡатындары яуап ҡайтара, Үҙе лә улар әйткәненә ышана: