2 «Исраил башлыҡтары юл башлағанға, Халыҡ үҙ теләге менән эйәргәнгә Раббы мөбәрәк булһын!
унан – Зихри улы Ғамасъяһ һәм уның ике йөҙ мең баһадир яугире. Ғамасъяһ үҙ ихтыяры менән Раббыға хеҙмәт итә.
Халыҡ үҙ теләге менән Йәрүсәлимдә йәшәргә ризалыҡ биргән бөтә кешеләргә фатиха ҡылды.
Нурға кейем һымаҡ төрөнгәнһең, Күктәрҙе сатыр кеүек киргәнһең.
Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.
Күрәбеҙ бит: аңһыҙ менән алйот һымаҡ, Аҡыл эйәһе лә мәрхүм була. Йыйған малы башҡаларға тороп ҡала.
Килегеҙ, Раббыға һөйөнөшөп өндәшәйек, Беҙҙе ҡотҡарыусы ҡаябыҙға Ҡыуанышып йырлашайыҡ.
Йылғалар алҡышлаһын, Шатланһындар бергәләшеп тауҙар
Үҙ теләгем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә үҙ теләгем менән башҡармайым икән, ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем.
Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.
Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата.
Эй ҡәүемдәр! Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ, Сөнки ҡолдарының ҡаны өсөн Дошмандарынан үс алыр, Үҙенең ерен һәм халҡын паклар».
Ул үҙенә иң яҡшы ерҙе һайланы, Уға етәксенең өлөшө бирелде, Халыҡ башлыҡтары йыйылғас, Раббының хаҡ хөкөмөн, Исраил хаҡындағы ҡарарҙарын Еренә еткереп ул үтәне.
Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.
Әммә һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәнем. Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын.
Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.
Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.
Күңелем Исраилдың ғәскәр башлыҡтары, Үҙ теләге менән яуға күтәрелгән халыҡ менән! Раббы мөбәрәк булһын!