19 Бына батшалар алышҡа сыҡты, Тағанахта, Мегиддо һыуҙары янында Ҡәнғән батшалары һуғышты, Тик уларға көмөш тәтемәне!
Әммә Ибрам Содом батшаһына: – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға, ҡулымды күтәреп ант итәм.
Ҡабил, Раббы хозурынан китеп, Ғедәндән көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты.
Бағана Ахилуд улы – Тағанах, Мегиддо, Изреғилдән түбәнерәк урынлашҡан Сареҫан янындағы бөтә Бейт-Шеан, Бейт-Шеандан Авел-Мехола һәм хатта Йоҡмеғамдың аръяғына тиклем һуҙылған өлкәлә;
Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе.
Ләкин Йошияһ фекеренән ҡайтмай, ә уның менән алышҡа әҙерләнә, Нехоның Алла ҡушыуы буйынса әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай һәм Мегиддо тигеҙлегенә һуғышырға тип сыға.
Һинең гүзәллегеңде теләп тоҡанһа батша, Ул – хакимың, ҡаршыһында башыңды эй.
Тағанах батшаһы, Мегиддо батшаһы,
Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине.
Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Һармагеддон» тип аталған урынға йыйҙы.
Шунда мин януарҙы, ерҙәге батшаларҙы һәм уларҙың ғәскәрҙәрен, атта Ултырыусыға һәм Уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылғандарын күрҙем.
Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Дор, Йивлеғам, Мегиддо ҡалаларында һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге ауылдарҙа көн иткән халыҡты ҡыуманы, ҡәнғәниҙәр ошо ерҙә йәшәп ҡалды.
Сисера бөтә яу арбаларын – туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһын – алып, үҙенең бөтә ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимдан Ҡишон йылғаһы буйына йүнәлтте.
„Моғайын, улар яумал йыя, бүлешәлер, Һәр яугиргә – берәр, ә бәлки, икешәр ҡыҙ. Сисераға биҙәкле туҡымалар, Сағыу сигеүле туҡымалар, Әсирҙән систереп алған Биҙәкле матур кейемдәр“.