Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 5:18 - Изге Яҙма

18 Ә Зевулун ғәскәре үлемдән ҡурҡманы, Йәнен аяманы Нафтали улдары яу ҡырында.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 5:18
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.


Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали.


– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.


Сөнки Һин язалағанды һаман эҙәрләйҙәр, Һин яра һалғандарҙың әрнеүенән көлөп һөйләйҙәр.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Мөхәббәттең нимә икәнен Мәсихтең беҙҙең өсөн йәнен биреүенән белдек. Беҙ ҙә имандаштарыбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙер торорға тейешбеҙ.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны, Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡманылар, үҙҙәренең йәндәрен аяманылар.


Бараҡ Зевулун һәм Нафтали ырыуы кешеләрен Ҡәдәшкә барырға саҡырҙы. Уның артынан ун мең кеше эйәрҙе. Девора ла улар менән барҙы.


Девора Бараҡҡа былай тине: – Әйҙә, алға! Раббы Сисераны һинең ҡулыңа тапшыра торған көн был. Раббы Үҙе һинең алдан бара! Бараҡ ун мең кешелек ғәскәре менән Тавор тауынан төштө.


Девора бер көндө, кеше ебәреп, Нафтали ырыуы биләмәһендәге Ҡәдәш ҡалаһынан Авиноғам улы Бараҡты саҡыртып алды: – Исраилдың Аллаһы Раббы һиңә былай тип бойора: «Үҙең менән Нафтали һәм Зевулун ырыуҙарынан ун мең кеше алып, Тавор тауына менеп баҫ.


Менашше ырыуының бөтә ерҙәренә илселәр ебәрҙе, уларҙы ла эргәһенә йыйҙы. Шулай уҡ Ашер, Зевулун һәм Нафтали ырыуҙарына ла илселәр юлланылар. Улар ҙа Гидғонға килеп ҡушылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ