15 Исасхар башлыҡтары – Девора менән! Исасхар Бараҡҡа тоғро – Уның артынан үҙәнгә һөжүм итте! Рәүвән ырыуы иһә тәрән уйҙа.
Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.
Исасхар ырыуынан Исраилға ҡасан һәм нимә эшләргә кәрәклеген белгән аҡыллы кешеләр, башлыҡтарының һаны ике йөҙ булып, бөтә ағай-энеләре лә уларға эйәрә;
Ялҡау әҙәм: «Урамда арыҫлан! Тышҡа сыҡһам, мине үлтерерҙәр», – тиер.
Паулус менән Барнабас араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙы, һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Барнабас, Маркусты алып, һыу юлы менән Кипрға юлланды.
Беҙ, карапҡа ултырып, Ассос ҡалаһына табан юл алдыҡ, Паулусты шунда ултыртып алырға уйланыҡ. Тәүҙә ҡоро ерҙән барырға теләп, ул үҙе шулай ниәтләне.
Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.
Бараҡ Зевулун һәм Нафтали ырыуы кешеләрен Ҡәдәшкә барырға саҡырҙы. Уның артынан ун мең кеше эйәрҙе. Девора ла улар менән барҙы.
Девора Бараҡҡа былай тине: – Әйҙә, алға! Раббы Сисераны һинең ҡулыңа тапшыра торған көн был. Раббы Үҙе һинең алдан бара! Бараҡ ун мең кешелек ғәскәре менән Тавор тауынан төштө.
Девора бер көндө, кеше ебәреп, Нафтали ырыуы биләмәһендәге Ҡәдәш ҡалаһынан Авиноғам улы Бараҡты саҡыртып алды: – Исраилдың Аллаһы Раббы һиңә былай тип бойора: «Үҙең менән Нафтали һәм Зевулун ырыуҙарынан ун мең кеше алып, Тавор тауына менеп баҫ.
Ниңә һин, Рәүвән, һарыҡ аҙбарҙары араһында Һыбыҙғы көйө тыңлап ултыраһың? Эйе, Рәүвән ырыуы уйға батҡан!